Автомобилдәр тәҙрәһен таҙартыу өсөн шыйыҡсаны нисек һайларға?

Тулыраҡ: Автомобилдәр тәҙрәһен таҙартыу өсөн шыйыҡсаны нисек һайларға?

Башҡортостан юлдарында автомобиль тәҙрәләрен таҙарта торған шыйыҡсылар күпләп һатыла. Ҡайһы бер водителдәр туңмай торған шыйыҡсаны машиналарына ҡойоп, һуңынан сәләмәтлектәренә зарланып, табиптарға мөрәжәғәт иткәне бар. Нисек халыҡ телендә йөрөтөлгән незамерзайканы һатып алырға һәм һаулыҡҡа зыян килтермәҫкә. Айнур Дәүләтбәков был шыйыҡсаны Өфө-Ырымбур юлында һатып ала. Автомобиленең тәҙрә таҙарта торған һауытына ҡойғас, һуңынан салонда әсе еҫ барлыҡҡа килә. Юлда ғаиләһе менән бер нисә сәғәт ыҙалағандан һуң, хәҙер йәш атай трассаларҙа автомобиль тәҙрәһен таҙарта торған шыйыҡсаны алырға тырышмай. 2000-се йылдар башында туңмай торған шыйыҡсаларҙы метил, этил һәм изопропил спирты нигеҙендә етештерҙеләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре тыйылғас, хәҙер, изопропил спирты менән генә эшләйҙәр. Барыһы ла законлы, тип белдерә юл буйында торған сауҙагәрҙәр. Яҙлы-көҙлө автомобиль тәҙрәләрен таҙарта торған шыйыҡсалар менән юл буйҙарында күпләп сауҙа итәләр. Ҡайһы бер автоһәүәҫкәрҙәр сараһыҙлыҡтан уларҙы һатып алырға мәжбүр. Туңмай торған шыйыҡса составында ғәҙәттә спирт, һыу, таҙарта торған матдәләр, ароматизатор һәм буяу була.Белгестәр автомобиль тәҙрәһен таҙарта торған шыйыҡсаны һатып алғанда һелкетеп ҡарарға тәҡдим итә. Әгәр, ул күперһә, тимәк сифатлы шыйыҡса. Бынан тыш, һауыт төбөндә төрлө ҡалдыҡтар йөҙөп йөрөргә тейеш түгел.Метанол – кеше сәләмәтлеге өсөн ныҡ зарарлы икәне барыһына ла билдәле. Мәҫәлән, кеше күреү һәләтен юғалтыуы мөмкин, ә ауыҙ иткән осраҡта, бөтөнләй донъя менән хушлашыуың ихтимал. Һуңғы йылдарҙа туңмай торған шыйыҡсаларҙың законһыҙ етештерелгәне кәмене. Ләкин, ҡайһы бер урындарҙа ғүмер өсөн хәүефлеләре осрауы мөмкин. Белгестәр автоһәүәҫкәрҙәргә әле лә иғтибарлы һәм уяу булырға кәңәш итә.