Республиканың бихисап төпкөл ауылдарында халыҡ медицина ярҙамына мохтаж

Тулыраҡ: Республиканың бихисап төпкөл ауылдарында халыҡ медицина ярҙамына мохтаж

2013 йыл эсендә генә фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 376-һы юҡҡа сығарылған. Бик хәүефле күрһәткес. Йәш кадрҙар дефициты ла оло мәсьәләгә әйләнә. Төбәктә 40 меңдән ашыу фельдшер эшләһә лә, уларҙың 8%-ы хаҡлы ялға сығыу йәшендә. Һөнәренә тоғролоҡ Ҡәҙриә Әхиәр ҡыҙын ауыл еренә алып килә. Ул 23 йыл инде Өфө районы Атаевка фельдшер-акушерлыҡ пунктына етәкселек итә. Эшкә килгәндә йәш үҫмер ҡыҙҙы уңайлы шарттар булмауы ла ҡурҡытмаған. Ә хәҙер фельдшер пациенттарҙы заманса йыһазландырылған, йылы, яҡты кабинетта ҡабул итә. 5 ауылды хеҙмәтләндергән медицина учреждениеһынан иртәнән кеше өҙөлмәй. Йәше лә, ҡарты ла үҙен насар тойһа, йә иһә медицинаға ҡағылышлы һорауы тыуһа, Ҡәҙриә Әхиәр ҡыҙына мөрәжәғәт итә. Төбәктә 40 меңдән ашыу фельдшер эшләһә лә, уларҙың 8%-ы хаҡлы ялға сығыу йәшендә. Был медицина тармағына йәш белгестәр килмәһә, өс-дүрт йылдан кадрҙарға ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Ошо мәсьәләне күҙ уңында тотоп, Башҡортостан хөкүмәте “Ауыл фельдшеры” тигән проект әҙерләгән. Уға ярашлы, ауылда эшләргә теләгән йәш белгестәргә 400 мең һум аҡса түләү планлаштырыла. Әлбиттә, сер түгел, йәш кадрҙар райондарға ҡайтырға ашҡынып бармай. Ошо йәһәттән, яңы маҡсатлы программа ауыл еренә йылына 90 фельдшер йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Иң мөһиме, яңы эш башлаясаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына һәм һөнәри антына тоғро булыр, тип ышанғы килә.