«Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» исеме лә биреләсәк

Тулыраҡ: «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» исеме лә биреләсәк

Рәсәйҙә беренсегә «Герой ҡала» исеме менән бер рәттән «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» исеме лә биреләсәк. Ошо рәүешле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәткәрҙәре батырлығы әңгеләштереләсәк. Маҡтаулы исемгә Өфө ҡалаһы ла дәғүә итә. Башҡалабыҙ халҡы Бөйөк еңеүгә ниндәй өлөш индергән.
Тулыраҡ сираттағы видеоҙмала. .уғыш йылдарында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе фронтҡа 51 меңдән ашыу авиадвигатель ебәрә. Машиналар эшләү күләме ул мәлдә 17 тапҡырға артҡан. Өфөлә бөтәһе 60 сәнәғәт предприятиеһы эшләгән.

60 меңдән артыҡ Өфө халҡы «Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Улар тураһындағы яҡты иҫтәлектәр Өфө музейҙарында һаҡлана. Ә Еңеү паркында төрлө һөнәрле, төрлө милләттәге тыл хеҙмәтсәндәренә арналған, Рәсәйҙәге иң ҙур монументтарҙың береһе ҡуйылған.

Уларҙың барыһын да бер теләк берләштерә. Хәбәрсе. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Өфө» тип аталған китап авторҙарының береһе, тарих фәндәре кандидаты Гөлшат Хөсәйенова тыл эшсәндәренең батырлығына айырым бер өлөш бүлгән. Еңеү тарихы был китап биттәренә бөртөкләп йыйылған . Нисек паровоз ремонтлаусы завод ҡыҫҡа ваҡытта, һалдаттарҙы һәм техниканы фронҡа ебәреү өсөн бронепоезд йыйған? Китапта ошондай ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе табырға була.

Һуғыш йылдарында Өфөгә 104 мең кеше эвакуацияланған. Ғаиләләргә дөйөм ятаҡ итеп үҙгәртелгән мәктәптәр, клубтар һәм башҡа йәмәғәт биналарынан йәшәү урыны бүленгән. Күскенселәр араһында Коминтерн башҡарма комитеты вәкилдәре лә бар. Коммунистар хәрәкәтенең юғары етәкселәгә Өфөнән радио бәйләнеш аша бөтә донъяға хәбәрҙәрен еткергән.

Коминтерн радиостанцияһы Европа илдәре өсөн 18 телдә хәбәр иткән һәм үҙ эшен Бөйөк Ватан һуғышының аҙағынаса алып барған. Өфө халҡы һуғышта ҡатнашҡан һалдаттарға ғына түгел, тыл хеҙмәтсәндәренә оло ихтирам күрһәтә.

Тарихта тәүге тапҡыр Рәсәйҙә « Герой-ҡалалар» менән бер рәттән «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалалары» барлыҡҡа килә. Өфө тап ана шул ҡалалар исемлегенә дәғүә итә. 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү референдумында ҡалалар исемлеген төҙөүгә ярҙам иткән ҡултамғалар йыйыу ойошторола.