Башҡортостанда 4 меңдән ашыу йәтимдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә тейештәр. Әммә был мөмкинлек менән бөтәһе лә ваҡытында ҡуллана алмай. Сиратты көтөүе оҙаҡ, ә исемлек йылдан-йыл арта. Ни өсөн улай һуң? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты. Был бүлмәлә оҫтахана булмаһа ла, бында ижад кешеһе йәшәй. Наталья Трапезникова һынлы сәнғәт менән балалар йортонда уҡ ҡыҙыҡһына башлаған. Өфөгә күскәндән һуң, ҡуртымға бүлмә алып, яратҡан эше менән шөғөлөнә башлаған. 18 йәш тулғас, Натальяны балалар йортонан ҡарттар йортона күсергәндәр.
Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы закон тураһында ул бер-нисә йылдан һуң ғына белеп ҡала. Наталья 23 йәштән өлкәнерәк булғанға, муниципалитетта уны иҫәпкә ҡуйыуҙан баш тартҡандар. Әммә ҡыҙ бирешмәгән, мөмкин булған инстанцияларға ғаризалар яҙған. Прокуратура ярҙамында ғына ғәҙеллекте тергеҙгәндәр.
Тик суд ҡарарын ул ике йыл көтә инде. Шундай уҡ хәлгә Радик Буранбаев та тарыған. Тик егеттең бөтөнләй йәшәргә урыны ла, ҡуртымға алырға аҡсаһы ла юҡ. Ә июнь аҙағында ул колледждың дөйөм ятағындағы бүлмәһен бушатырға тейеш. Суд ҡарарына өмөтләнһә лә, хатта суд приставтары ла аптырашта. Ә мэрияла сиратты көтөүҙе һорайҙар.
Өфө буйынса ғына 379 етем суд ҡарарын көтә. Бындай ҙур сират торлаҡ төҙөүгә йүнәлтелгән субсидияның етәрлек кимәлдә булмауында, тип иҫәпләй юрист булат Сафин. Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостан етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Быйыл тағы ла 650 кеше бушлай фатир алырға тейеш. Наталья менән Радик та был исемлектә булыуҙарына ышана.