Өфө урамдарында рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәр арта. Тикшереү барышында, күптәренең ҡулында емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙең сифатын асыҡлаған документтары юҡлығы асыҡланды. Өҫтәүенә, лаборатор тикшереүҙәр ҙә яҡшы һөҙөмтә бирмәй. Ҡағиҙә буйынса, Өфө урамдарында һатыу итеүселәр ҡулында тауарҙарының сифатын һәм ҡайҙан килтерелеүен асыҡлаған документы мотлаҡ булырға тейеш. Тик был сауҙа нөктәһе хужаһы кәрәкле ҡағыҙҙар үҙем менән түгел тип кенә аҡланды. Хужа һүҙҙәренсә, емеш-еләкте улар Краснодар яҡтарынан килтерә, был урында сауҙа менән беренсе йыл шөғөлләнмәй. Ә был сауҙа нөктәһендә эшләүсе һатыусы һүҙҙәренсә, еләк Шаранда үҫкән. Әммә Шаран фермерҙарҙарының уңышты ике аҙнанан һуң ғына йыя башлауы, күрәһең, бер кемде лә уйландырмай. Сираттағы һатыусының да документтары ла булмай сыҡты.
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең башҡорт референт үҙеге хеҙмәткәрҙәре емеш-еләк миҙгеле башланыу менән йыл һайын Өфө урамдарын тикшерергә сыға. Документтарҙан тыш, аҙыҡ-түлектең санитар нормаларға ярашлы һаҡланмауын да билдәләй эскперттар. Алма һәм банан тыштары маркировкаланған, ә башҡа емеш-еләктәрҙең ниндәй илдән килтерелгәне билдәле түгел. Шуға ла ҡайһы бер һатыусыларҙың үҙ кибеттәрен ташлап ҡасыуы ла аптыратмай. Беҙҙең ижади төркөм дә емеш-еләктәрҙең сифатын асыҡлау маҡсаты менән лабораторияға юлланды.
Тикшереләсәк еләк Сербиянан килтерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, лабораторияла иң татлы ризыҡта ағыулы матдә-мышаяҡтың булыуы асыҡланды. Өҫтәүенә, емеш-еләктәр үҙ сифатын юғалтмай оҙаҡ һаҡланһын өсөн уны көкөрт диоксиды менән дә эшкәртәләр. Уны күпселек осраҡта киптерелгән емештәрҙә ҡулланалар. Шуға ла сәтләүек, күрәгә, йөҙөм кеүек емеш-еләктәрҙе бер сәғәт тирәһе бүлмә температураһындағы һыуҙа тоторға кәңәш итә белгестәр. Шуға ла емеш-еләктәрҙе документтары булған һатыусыларҙан алыуы күпкә отошло.