Асфальт етештереү өсөн әҙерләнгән материал махсус лента аша юғары температуралы мейескә оҙатыла. Билдәле булыуынса, “Суперпейв” инновациялы технология транспорт баҫымын һәм һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәғәйен файҙаланыу үҙенсәлектәренә эйә булған асфальт составын проектлай. Материал 170 градус эҫелә етештерелә.
Эш процесында ваҡ таш битум һәм минераль порошок менән ҡушыла. Битум ҡулланып һалынған асфальт күпкә ныҡлы була, ти белгестәр. Яңы асфальт өлгөһө бер нисә минут эсендә әҙер була. Лаборатория етәксеһе Айгөл Сөләймәнова эш процесын даими күҙәтеп тора һәм әлбиттә, дәүләт стандарттарына ярашлы эшләнгән асфальт сифаты өсөн яуап бирә. Асфальт етештереүҙең нескәлектәре бихисап. Ул ныҡлы булһын өсөн иң тәүҙә ваҡ ташты дөрөҫ һайлау зарур. «Суперпейв» технологияһы менән әле Өфөнөң Академик Королев урамына асфальт һалына. Белгестәр билдәләүенсә, юлдың өстән бер өлөшөнә генә яҡынса 400 тонна асфальт ҡатнашмаһы китә. Юл-төҙөлөш миҙгелендә республикала быйыл 22 ер бүлеме, йәғни 460 мең квадрат метр майҙанда “Суперпейв” технологияһы ярҙамында асфальт түшәләсәк.