Быйыл халыҡ батырының тыуыуына 266 йыл тула. 12 июндән 16 июнгә тиклем республиканың барлыҡ район-ҡалаларында байрам саралары уҙғарыла. Республика Милли музейында видеокәңәшмә режимында «Герой һәм шағир. Салауат Юлаев шәхесенең Башҡортостан тарихындағы роле» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенең ютуб-каналында Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһын, ә Милли симфоник оркестры операға башҡарылған увертюраны күрһәтә. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры архив фондынан Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» спектаклен тәҡдим итә. Ә «Башҡортостан» киностудияһы республика телеканалдарында документаль фильмдар күрһәтеүҙе ойошторасаҡ.