Сауҙа үҙәктәрендә тикшереү

Тулыраҡ: Сауҙа үҙәктәрендә тикшереү

Ике аҙна инде сауҙа үҙәктәренең ишектәре асыҡ. Кешеләрҙең һаны эш көндәрендә лә кәмемәй. Битлектәре бар, әммә бирсәткә кейгән кешеләр һирәк. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре килеп инеү менән тәүге тәртип боҙоуҙы теркәне.

Ингән ерҙә термометр юҡ. Ә был магазинда кешеләр касса янында күпләп йыйылған. Ҡайһы берҙәрендә битлек тә бирсәткә лә юҡ.

Битлек бар – әммә кеҫәлә. Кемдән һорама – шулай яуап ҡайтара.

Һаҡланыу сараларын ҡулланмауҙың төп сәбәбе – йәйге эҫе, ти күптәр. Шуға башлыса битлектәрҙе муйынға төшөрөп кенә ҡуялар. Һатып алыусылар ғына түгел, хатта магазин хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә талаптарҙы үтәмәй. Санитар нормаларын үтәмәүҙәре өсөн магазин хужаларына 300 меңгә тиклем штраф һалыуҙары ихтимал.

Ҙур сауҙа үҙәктәрендә хәл башҡаса. Ингән урында температураны үлсәйҙәр. Махсус датчиктар магазинға ингән һәр кемде теркәп бара. Әгәр ҙә кешеләр һаны норманан ашып китә икән, бының өсөн яуаплы кешенең телефонына смс-хәбәр килә.

Кешеләрҙең хәрәкәтен дә күҙәтеп торалар. Иҙәндәге уҡтар йүнәлеште күрһәтә, дистанция һаҡлау тураһында ла иҫкәртәләр. Магазинда 1 кешегә 10 квадрат метрға тура килергә тейеш.

Һәр ҡатта санитайзерҙар урынлаштырылған, үҙәктә дезинфекция үткәреп торалар. Әлегә балалар майҙансығы, ашау урындары һәм кинотеатрҙар буш. Улар сикләүҙәрҙе алыуҙың һуңғы этабында ғына асыласаҡ.