Бөгөн мәктәп тамамлаусыларға аттестаттар тапшырыла. Был хаҡта Рәсәй мәғариф министрлығы хәбәр итә. Быйыл уҡыусылар тәүге тапҡыр урта белем тураһында таныҡлыҡтың Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренә бәйләнмәгән өлгөһөн ала. Документта 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусыларҙың уҡыу барышында алған баһаларға ярашлы билдәләр ҡуйыла. Берҙәм дәүләт имтиханын иһә юғары белем биреү йортона уҡырға барырға йыйынғандар ғына тапшыра. Мәғариф министрлығы ҡарары менән “Имтихан биреп ҡарау” төшөнсәһе индерелә. Министрлыҡ уны Роспотребнадзор менән берлектә уҡыусылар ҡатнашлығынан тыш 29-30 июндә үткәрергә әҙерләнә.
фото: yakutia-daily.ru






