Юғары әҙерлек тураһындағы ҡарарҙа үҙгәрештәр

Тулыраҡ: Юғары әҙерлек тураһындағы ҡарарҙа үҙгәрештәр

Башҡортостанда йәмәғәт урындарында бирсәткә кейеп йөрөү талабы бөтөрөлә. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был һаҡланыу сараһының йәйге эҫелә артыҡ булыуын билдәләне. Йәмәғәт транспортында ҡулдарҙы зарарһыҙландырыр өсөн дезинфектор ҡулланыу ҡаралған. Битлек режимы иһә республикала артабан да һаҡлана.