Башҡортостанда 29 июндән шифахана һәм ял йорттарының эшмәкәрлеге тергеҙелә. Был ҡарар тураһында оператив кәңәшмәлә белдерелде. Радий Хәбиров әле обсерватор булараҡ эшләгән шифаханалар вазифаларын дауам итергә мөмкин, әммә 29 июндән үҙҙәренең ғәҙәти бурыстарын үтәй башлауға әҙерләнергә кәрәк, тип билдәләне. Роспотребнадзорҙың ҡәтғи талаптарын үтәп рәсми асылыуҙы тәьмин итеү зарур. 1 июлдә ҡаланан ситтә урынлашҡан, 30 июлдән мәктәп лагерҙарының дә эшен башлау көтөлә.
Республика шифаханалары ғәҙәттәге эш тәртибенә ҡайта
Тулыраҡ: Республика шифаханалары ғәҙәттәге эш тәртибенә ҡайта