Рәсми пляждар үҙ эшен башлай

Тулыраҡ: Рәсми пляждар үҙ эшен башлай

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров төбәктә махсус йыһазландырылған пляждарҙы асырға ҡушты. Ошо көндәрҙә һыу инергә ярамаған урындарҙа батып һәләк булғандарҙың һаны артҡан. Үткән байрам көндәрендә генә Башҡортостанда 5 кеше батып үлгән. Улар араһында 5 йәшлек бала ла бар. Уның кәүҙәһе Дыуан районы Сальевка ауылына яҡын һыу ятҡылығында табылған. Был һәм ҡалған дүрт осраҡ буйынса әле тикшереү бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрылығының Республика идаралығы кешеләргә һыу ятҡылыҡтары эргәһендә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡырып мөрәжәғәт итә

фото: gursesintour.com