Башҡортостан Республикаһының Милли музейы “Красно платье” – “Матур күлдәк” тип аталған төбәк-ара асыҡ фотоконкурсҡа ижади эштәр йыйыуҙы дауам итә. Рәсәй халыҡтарының милли кейемен танытыу, һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡтар һәм милләтттәр татыулығын нығытыу маҡсатында ойошторолған бәйгелә 14 йәштән өлкән ҙәүәҫкәр фоторәссамдар ҡатнаша ала. Шулай уҡ фотоберекмә, шәхси авторҙар конкурс тематикаһына тап килгән ижади эштәрен тәҡдим итергә мөмкин. Фоторәсемдәр 24 августҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүсе өлгөләрҙән Милли музейҙың виртуаль фотокүргәҙмәһе ҡороласаҡ. Тулы мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Интернеттағы рәсми сайтында бар
фото: museumrb.ru