Мәскәү күгендә көмөш болоттар

Тулыраҡ: Мәскәү күгендә көмөш болоттар

Мәскәү халҡы июль аҙағына тиклем бик һирәк атмосфера күренешен күҙәтеү бәхетенә эйә. Был көндәрҙә күк көмбәҙен көмөш болоттар биҙәй. Ҡояш нурҙары офоҡ аша яҡтыртып болоттарҙы балҡыта. Был күркәмлекте күрер өсөн иң уңайлы ваҡыт – төн уртаһы. Көмөш болоттар Ер өҫтөнән 76-85 километр алыҫлыҡта. Ошоға оҡшаш тәбиғәт күренеше Марста ла осрай, тигән һығымта иҫбат ителгән. Көмөш болоттар тураһында тәүге мәғлүмәттәр 1885 йылда Индонезиялағы вулкан урғылғандан һуң барлыҡҡа килгән. Тик был күренеште мәрүәт болоттар йәиһә Төнъяҡ балҡышы менән бутарға ярамай

Фото: http://behance.net