Үҙгәрештәр асылын Конституция ирекмәндәре аңлата

Тулыраҡ: Үҙгәрештәр асылын Конституция ирекмәндәре аңлата

3300 ирекмән Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеү нигеҙендә Ирекмән Ассоциацияһы үҙәге ойошторған йәмәғәт корпусына инде. Башҡортостандың йәштәр һәм ирекмән ойошмалары ла ошо хәрәкәткә ҡушылды. Республиканың төрлө ҡала-орайондарында парк, сквер, сауҙа үҙәктәрендә утыҙға яҡын мәғлүмәт үҙәге эшләй. Был майҙандарҙа ирекмәндәр республика халҡына Рәсәй Конституцияһына индереләсәк үҙгәрештәр тураһында белешмә һәм ошо өлкәгә ҡағылышлы бар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.