Гидрометеорология хеҙмәте 17-18 июндә ниндәй һауа торошо көтөлгәнен белдерҙе. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса шаршамбы, 17 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Төнъяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан ел төндә талғын, көндөҙ көслөрәк иҫә. Һауа температураһы төндә 7-12, көндөҙ 23-28 градус йылы. Йәшенле ямғырҙар 18 июндә лә дауам итәсәк. Ел төнъяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә 8-13, көндөҙ 23 градусҡа тиклем йылыта.
Башҡалала йәшенле ямғырҙар көтөлә
Тулыраҡ: Башҡалала йәшенле ямғырҙар көтөлә