Хәүефһеҙлек беренсе урында һәм юғары кимәлдә

Тулыраҡ: Хәүефһеҙлек беренсе урында һәм юғары кимәлдә

1 июлдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү барышында хәүефһеҙлек саралары тәү сиратта хәстәрләнә. Һәр участкала тән температураһын тикшереү һәм ҡулдарҙы дезинфекциялау урындары билдәләнгән. Һайлау участкаларында күмәк халыҡ йыйылмаһын өсөн тауыш биреү бер нисә көн барасаҡ. Хәүефһеҙ дистанция һаҡлау маҡсатында махсус һыҙаттар һалына. Комиссия ағзаларының тауыш бирергә килгәндәрҙән хәүефһеҙ арала тороуы ҡарала. Участкаларҙың һәр береһендә дезинфекция саралары даими башҡарыласаҡ. Һәр кемгә битлектәр менән бер тапҡыр ҡулланыр авторучкалар бирелә. Өйҙә тауыш биргән граждандар шулай уҡ шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителәсәк.

Фото: https://bs.yandex.ru/count/WaeejI