Президент гранттары иҫәбенән 70 миллион һум

Тулыраҡ: Президент гранттары иҫәбенән 70 миллион һум

Башҡортостандың коммерция булмаған 72 ойошмаһы Рәсәй Президенты гранттарына ойошторолған икенсе конкурста еңеүгә өлгәште. Башҡортостанда 2020 йылда гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү маҡсатына улар 70 миллион 841 мең 998 һум грант аҡсаһын йәлеп итте. Был хаҡта Республика Йәмәғәт палатаһының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр ителә. 6 миллион һумға тигеҙ иң ҙур грантты Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенең “Валерий Альбанов һәм Башҡортостан менән Өфө полярниктарына бағышланған асыҡ йәмәғәт музей экспозицияһы проекты” отто. Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина белдереүенсә, 2017 йылдан башлап Президент гранттары Фонды ойошторған конкурстар тарихында республика ойошмалары тәүге тапҡыр бер юлы рекорд иҫәбендәге еңеүгә өлгәшә. Топ-еңеүселәрҙе ул өс ҙур төркөмгә бүлә – халыҡты социаль яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, кеше һаулығын һаҡлау һәм сәләмәт тормош рәүешен таратыусы йәмғиәттәр, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проекттар.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir?from=yandex.ru