Мәктәптә хәҙер студенттар дәрес бирә ала

Тулыраҡ: Мәктәптә хәҙер студенттар дәрес бирә ала

Дәүләт Думаһы “Мәғариф тураһындағы Законға” үҙгәрештәр индерҙе. Уларға ярашлы хәҙер юғары белем биреү йорттары студенттары мәктәптә рәсми эшләү хоҡуғына эйә. Педагогик хеҙмәт менән уҡыу йортоноң өс йә унан да күбеерәк курсын тамамлаған һәм тейешле аттестация үткән буласаҡ уҡытыусылар шөғөлләнергә мөмкин. Улар мәктәп фәндәренән дәрес бирә ала. Педагогик йүнәлештә булмаған башҡа һөнәр үҙләштергән студенттарға иһә мәктәптә өҫтәмә белем биреү курстары менән түңәрәктәр алып барырға рөхсәт ителә. Уларҙың буласаҡ һөнәре был түңәрәк программаһына тап килеүе шарт. Өҫтәмә белем биреү программаларының студенттарҙың белем алған йүнәлешенә тап килеү-килмәүе өсөн эш биреүсе ойошма яуаплы. Дәүләт Думаһы комитеты рәйесенең урынбаҫары Любовь Духанина белдереүенсә, студенттарҙы педагогик хеҙмәткә йәлеп итеү мәсьәләһен Мәғариф министрлығы Фән һәм юғары белем биреү һәм Хеҙмәт министрлыҡтары менән килешеп хәл итә. Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин фекеренсә, яңы тәртип студенттарға һөнәр һынап ҡарарға булышлыҡ итәсәк. Инициатива шулай уҡ мәктәптәрҙә кадрҙар ҡытлығын бөтөрөргә лә ярҙам итер, тип көтөлә. Законға үҙгәрештәр Рәсәй Президентының махсус йөкләмәһенә ярашлы раҫланды.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir?from=yandex.ru