Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына - 266 йыл

Тулыраҡ: Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына - 266 йыл

Салауат Юлаев ижад иткән шиғырҙар интернет киңлектәрен бер нисә көн эсендә яулап алды. Милли батырыбыҙға быйыл 266 йыл тулыу айҡанлы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының сәсәндәр үҙәге флешмоб иғлан иткәйне. Был конкурста сәсәндәр, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын һөйөүселәр әүҙем ҡатнашты. Эпидемиологик хәлгә бәйле Салауат Юлаев көндәре быйыл онлайн уҙҙы. Һәр кем Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәҡдим иткән «Ғәскәров мираҫы» концертының яҙмаһы һәм Марат Кәримов ҡуйған «Салауат» бейеүен ҡарай алды. Шулай уҡ Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» спектакле, Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһы, Нефтекама дәүләт филармонияһының «Оран» тип аталған музыкаль-поэтик программаһы күрһәтелде. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары ла шиғыр буйынса уҙғарылған флешмобҡа ҡушылды. Улар шулай уҡ, милли геройҙың үҙен һәм ғаиләһен сәхнәлләштереп тә күрһәтте. Салауат Юлаев көндәре акцияһына республиканың һәр район-ҡалаһы ҡушылды. Михаил Нестеров исемендәге Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында мәҫәлән, онлайн рәүештә “Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев образы” оҫталыҡ дәресе үтте. Бынан тыш, Сибай сәнғәт колледжында ла Салауат Юлаев портреттары күргәҙмәһе онлайн уҙҙы. Милли батырыбыҙ тураһында йырға ҡушылыусылар ҙа бихисап. Улар үҙҙәрен видеоға төшөрөп уны интернет селтәренә һалды. Бындай йыр һәм шиғыр флешмобтарында республиканың төрлө район-ҡала ҡатнашты. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Юлаевтың көндәре онлайн рәүештә лә әүҙем үтте. Тимәк батыр исеме һәр кем йөрәгендә мәңге һаҡлана.