Мең һумлыҡ мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы

Тулыраҡ: Мең һумлыҡ мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы

Тәтешле районы хакимиәте хужалыҡтарға һәм фермерҙарға ярҙамға килгән. Пандемия сәбәпле райондың хужалыҡ субъекттары ҡыйынлыҡтарға юлыҡһа ла, эшмәкәрлеген туҡтатмаған. Был тәү сиратта, яҙғы баҫыу эштәрен алып барыусы ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тураһында һүҙ. Улар сәсеү кампанияһын “юғары әҙерлек” режимда, санитар нормаларын үтәп башҡарған. Тәтешле районы хакимиәте эш ваҡытында хеҙмәткәрҙәргә мең һумға иҫәпләнгән мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһын таратҡан.