Ауырғазы районында еләк питомнигы үҙ эшен башланы

Тулыраҡ: Ауырғазы районында еләк питомнигы үҙ эшен башланы

Ауырғазы районы Үтәймулла ауылы эргәһендәге еләк питомнигы үҙ эшен башланы. Өфөнән алыҫ булмаған еләк баҡсаһынан инде 25 йылдан ашыу кеше өҙөлмәй. Бында хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. Рәүиә Суфиянова еләк йыйыу өсөн Ғафури районы Табын ауылынан килгән. Бындағы еләк татлылығы, эрелеге менән үҙенә ылыҡтыра. Хужалар ҙа хуш күңелле, ти ул. Ибраһимовтар ғаиләһе был эшкә 1994-се йылда уҡ тотона. Ғаилә башлығы Рафаэль Имаметдин улы 26 йыл элек еләк баҡсаһын ултырта һәм уны һаҡларға, ҙурайтырға, тигән васыят әйтеп ҡалдыра. Хәҙер Ибраһимовтарҙың олоһо ла, кесеһе лә ғаилә эшенә үҙ өлөшөн индерә. Уңыш мул булһын өсөн Ибраһимовтар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем бында бил бөгә. 5 гектар майҙандағы емеште йыл һайын яңартып торорға, дөрөҫ итеп тәрбиәләргә кәрәк, ти Зәһинә ханым. Ғаилә башлығы вафат булғандан һуң был эште ҡатыны һәм ике улы алып бара. Йәй буйына ҡулдан тәпке төшмәй. Хатта ғаиләләге ваҡ-сыуаҡ балалар ҙа был эшкә йәлеп ителә, ти Илнур. Еләк питомнигы һәр теләгән кеше өсөн асыҡ. Күпме теләйһең шул тиклем ашарға, оҡшағанын һайлап алып йыйырға мөмкин. Хаҡы ла баҙарҙыҡынан күпкә арзан, тәме лә бөтөнләй башҡаса. Елизавета сортлы еләк үҙенең әрһеҙ булыуы менән отошло, ти хужалар. Ул һалҡынға ла, эҫегә лә бирешмәй. Ҡышты ла яҡшы кисерә. Еләктең был сорты 7-8 йыл буйына эре еләк бирә.