“Минең ихатам” конкурсы

Тулыраҡ: “Минең ихатам” конкурсы

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған “Минең ихатам” конкурсында тауыш биреү башланды. Бының өсөн гтрк.тв сайтындағы “Проекты” бүлегендә, “Конкурс Моя любимая усадьба” тигән яҙыуҙы табып, шунда инергә кәрәк. Ҡатнашыусыларҙың видеоларын ҡарап, шиғырҙарын тыңлап, үҙегеҙгә оҡшағанын һайлай алаһығыҙ. Еңеүселәрҙе “Гринвокс” компанияһынан бүләктәр көтә. Тауыш биреү 21 июнгә тиклем дауам итә. Һөҙөмтәләрҙе 29 июнь “Маяк” радиоһындағы “Уфимский берег” тапшырыуында һәм 30 июнь “Башҡортостан 24” каналындағы “Доброе утро, республика” программаһында белергә мөмкин.