Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү ғәҙәттәге участкаларҙан тыш күсмә һайлау урындарында ла ойошторола. Ситтән тороп тауыш бирергә теләгәндәр өсөн илдең бер нисә төбәгендә электрон тауыш биреү саралары хәстәрләнгән. Мәскәү, Түбәнге Новгород халҡы өйҙән сыҡмай ғына тауыш бирә ала. Үҙәк һайлау комиссияһы кешеләрҙе йоғошло сирҙән аралау маҡсатында бығаса булмаған хәүефһеҙлек сараларын күрә. Тауыш биреүселәр, күҙәтеүселәр, журналистар бушлай битлек, бирсәткә һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған ручка менән тәьмин ителәсәк. Участкаға ингән урында тән температураһын үлсәү ойошторола һәм дезинфикаторҙар ҡуйыла. Комиссия ағзалары коронавирус инфекцияһы юҡлығына көнэлгәре тикшереү үтә. Был сараларҙың барыһы ла тауыш биреү барышын асыҡ һәм имен үткәреү маҡсатында үтәлә.
Ҡайҙа нисек тауыш бирергә
Тулыраҡ: Ҡайҙа нисек тауыш бирергә