Баҡсасылыҡты көйләү һәм яҡлауҙы республика башҡарма власы органы үҙ иңенә алыуы ихтимал. Республика парламентының яҙғы сессияла һуңғы пленар ултырышының көн тәртибендә сниффингҡа юл ҡуймау, тәмәке һәм кальян тартыуҙы сикләү һәм баҡсасылар мәнфәғәттәрен хәстәрләү тураһындағы һәм башҡа мәсьәләләр — йәмғеһе 55 төрлө закон проектын тикшереү көтөлә. Депутаттар Республика Хөкүмәтенең 2019 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса отчет алырға ла әҙерләнә.
Баҡсасы мәнфәғәттәре депутаттар иғтибары үҙәгендә
Тулыраҡ: Баҡсасы мәнфәғәттәре депутаттар иғтибары үҙәгендә