Граффити конкурсы тергеҙелә

Тулыраҡ: Граффити конкурсы тергеҙелә

Өфөлә йыл да үткәрелгән граффити ярыштары быйыл коронавирус инфекцияһы сәбәпле кисектерелеп торҙо. Башҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы 23 мартта старт алған бәйгененең дауамын иғлан итә. Рәсем эскиздары 19 июнгә тиклем ҡабул ителә. Замана ижады төрөндә 10 йәше тулған балаларҙан алып 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала. Бәйгенең маҡсаты — ижади йәштәрҙе дәртләндереү, илһөйәрлек тойғоһон һәм тыуған ҡалаға һөйөү менән һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Быйыл бәйгенең тематикаһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йылына арнала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың осрашыуы 23 июнгә тәғәйенләнгән. Граффити эштәре иһә комиссия билдәләгән майҙандарҙа июлдең тәүге яртыһында барлыҡҡа киләсәк.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir