Башҡортостанда ҡайһы бер хаҡлы ялдағылар пенсия күләменең кәмеүе тураһында хәбәр итә. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән белешмәлә был хәл йәй башланыу менән коммуналь хеҙмәттәр өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация кимәленең түбәнәйеүе менән аңлатыла. Төбәктә социаль яҡлау сараһы булараҡ 2009 йылдың 1 ғинуарынан торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә ташлама бирелә. Берҙәм аҡсалата компенсация күләме торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡына бәйле процентты тәшкил итә. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 июлендә ҡабул ителгән 447-се ҡарарына ярашлы йәй айҙарында компенсация күләмен иҫәпләгәндә йылытыу-ара миҙгел хаҡтары һәм тарифтары алына.
Фото: https://runaruna.ru/amp/25836-zhitelnitsa-karelii-popadaetsya-na-odnu-i-...