Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек

Тулыраҡ: Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо уңайҙан республикала ирекмәндәр көн дә Өфө урамдарында кешеләргә кәрәкле мәғлүмәт бирә. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тулы мәғлүмәтте ирекмәндәр һәр кешегә еткерергә тырыша. Төҙәтмәләргә ҡағылышлы һорауҙар ҙа етерлек, тип билдәләй активистар. Бигерәк тә йәш быуындың Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөнә битараф ҡалмауы ҡыуандыра. Мөһим мәғлүмәт таратыу йәһәтенән республикала бөтәһе дүрт йөҙ ирекмән йәлеп ителгән. Өфөлә улар өсөн айырым нөктәләр бүленгән. Ололарға махсус ҡағыҙҙар, ә бәләкәстәргә йәбештергестәр таратыла. Башҡортостанда бөтәһе 3 телдә 3 миллиондан ашыу бланк әҙерләү планлаштырыла. Әҙер бюллетендәр 23 июнгә тиклем участка һайлау комиссияларына ебәреләсәк. Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауышты бер аҙна дауамында бирергә мөмкин. Өҫтәүенә, Дөйөм Рәсәй тауыш биреү уңайынан, ирекмәндәр махсус колл-үҙәк ойошторған. Улар оло кешеләргә шылтыратып территориаль һайлау участкаһына килеү мөмкинлектәрен һораша. Әгәр ҙә пенсионер ниндәй ҙә булһа сәбәптәр арҡаһында тышҡа сыға алмай икән, һайлау комиссияһы ағзаларын өйгә саҡыртыу мөмкинлеге бар. Был процедура шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәп башҡарыласаҡ. Колл-үҙәктә бөтәһе ун бер ирекмән эшләй. Улар махсус теркәлеү үтергә тейеш. Ун минут эсендә яҡынса ун кешегә шылтыратып өлгөрә. Бынан тыш, теләгән һәр кем Үҙәк һайлау комиссияһына шылтыратып һорау ҙа бирә ала. Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Ғаризаны шулай уҡ күп функциялы һәм Дәүләт хеҙмәте порталында ла ҡалдырырға мөмкин. Рәсәйҙең киләсәге беҙҙең ҡулдан тора, шуға ла һәр кемдең тауышы мөһим.