"Өфө-Аренаның" хоккей майҙансығы бәләкәсәйә

Тулыраҡ: "Өфө-Аренаның" хоккей майҙансығы бәләкәсәйә

Был уйын тиҙлеген генә арттырып ҡалмай, тамашасылар трибунаһының киңәйеүенә лә булышлыҡ итә. Боҙ майҙансығын яңыртыу эштәре нисек бара? "Өфө-Арена" хужаларын көтә. Хоккейсылар мәжбүри ялда булған арала уйын майҙансығын Европа стандарттарынан фин стандартынаса бәләкәйсәйтеү эштәре атҡарылды. Хәҙер ул 2 метрға тарыраҡ. Көйәрмәндәр юлаевсыларҙы ҡапҡаға күп шайба ташлағаны өсөн ярата. Ә бәләкәй хоккей "коробкаһында" быны күрһәтеүе еңелерәк буласаҡ. Яңы стандарттарға КХЛ-дың бөтә клубтарын да күсереү ҡаралған. Боҙ майҙанын кәметеү иҫәбенә запастағы уйынсылар һәм тренер составы өсөн урын киңәйтелә. Шулай уҡ тамашасылар өсөн 350 яңы ултырғыс ҡуйыла. Яңыртыу эштәре көйәрмәндәрҙең хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн дә башҡарыла. Башта "Салауат Юлаев" клубы етәкселеге НХЛ клубтары уйнаған Канада һәм фин боҙ майҙансығы стандарттарын өйрәнә. Шулай ҙа улар 60-ҡа 28 метрлы универсаль фин размерында туҡтала. Боҙ түшәргә һәм миҙгел башланыуын көтөргә генә ҡала. Ә клуб етәкселеге, ниһәйәт, матчтар тамашасы ҡатнашлығында үтер тигән ышаныста.