Уларҙы оҙайлы карантиндан һуң эшләй башлаған Өфө зоопаркында күрергә мөмкин. Ике ай карантинда булған арала ҡайһы бер арыҫландар иғтибар һағынып өлгөргән. Ә Зита исемле был инә арыҫлан, киреһенсә, беҙ килеүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Кешеләргә һыуынып өлгөргән тиерһең. Ә ысынында иһә инә йыртҡыстың борсолоу сәбәбе бөтөнләй башҡа — ул 23 майҙа беренсегә әсәй булған. Зоопарк Өфөлә төпләнгәндән һуң арыҫландарҙың икенсе быуын балалары тыуған. Уларға исем табырға һәм бер аҙ үҫә төшкәс яңы хужалар ҡулына тапшыраһы ғына ҡалды, тип ҡыуана зоопарк хужалары һәм хайуандарҙы ситлектәрҙән иркен вольерҙарға күсереү тураһында хыяллана. Тар вагондарҙа йыртҡыстар үҙен яҡшы тойһон өсөн бар көстәренә тырыша улар. Алдарында һәр ваҡыт таҙа һыу, көн дә ит. Зоопарк менән танышырға килеүселәр шаяртып хайуандарҙы мосолман тип йөрөтә. Баҡтиһәң сусҡа итенә улар ас булғанда ла ҡағылмай икән. Һеләүһендәр, айыу, бүре, пума — күмәкләшеп көнөнә бер баш эре малдың итен ашап бөтә. Йәш леопардтар ҙа улар рәтендә. Юлбарыҫтарҙың да өс быуыны йәшәй бында. Иң ололары Гоша һәм Симона. Улар Өфөгә биш йыл элек күсмә зоопарк менән килгән. Шул арауыҡ эсендә Симона дүрт тапҡыр көсөкләгән. Улар хәҙер бер нисә юлбарыҫҡа олатай һәм өләсәй. Карантин осоронда Саванна зоопаркында ҡуяндар йылдам үрсегән. Йыртҡыс ситлектәре янынан ҡурҡыбыраҡ үткән балаларға йомшаҡ бәләкәстәрҙе тотоп ҡарарға ла рөхсәт итәләр.
Баш ҡалала арыҫландар арта
Тулыраҡ: Баш ҡалала арыҫландар арта