Баш ҡаланың унынсы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе янында беренселәрҙән булып ошондай каток эшләй башланы. Әле боҙ майҙансығын тәртипкә килтерәләр, йәғни, өҫтөнән тағы бер ҡатлам һалалар. Унда учреждениеның тәрбиәләнеүселәре төрлө ярыштарға әҙерләнә. Бынан тыш, ябай кешеләр ҙә ғаиләләре менән килеп ял итә ала.
Өфөлә конькиҙа шыуыу өсөн боҙ майҙансыҡтары асыла башланы
Тулыраҡ: Өфөлә конькиҙа шыуыу өсөн боҙ майҙансыҡтары асыла башланы