РБК ЧЭЗ Next каналында киске мәғлүмәт-шоу прграммаһын алып барыусы Башҡортостанда пандемия осорондағы ҡәтғи саралар тураһында биргән һорауға Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса төбәктәге инфекцион хәлгә ҡарап ҡарарҙар ҡабул ителә, тип яуап бирҙе. “Әлегә республикала тик дежур балалар баҡсалары эшләй. Ҡайһы бер төбәктәрҙә балалар баҡсаларының ғәҙәттәге эш тәртибенә күсеүе йоғошло сир таралыу осраҡтарының йышайыуына килтереүе күҙәтелә, шуға ла мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеларын ҡабаттан ашығыс ябырға тура килә, беҙҙә ундай хәлгә тарырға теләмәйем. Инфекция таралыуға сик ҡуйыуға өлгәшелһә балалар баҡсаларын асыу мәсьәләһен дә хәл итербеҙ”, — тип белдерҙе Республика башлығы.
Балалар баҡсалары ҡасан асылыр
Тулыраҡ: Балалар баҡсалары ҡасан асылыр