Зәңгәр күл сәйәхәтселәр арбай

Тулыраҡ: Зәңгәр күл сәйәхәтселәр арбай

Башҡортостандағы ғәжәйеп зәңгәр күлде күрергә килгән туристар һаны арта. Нуриман районы биләмәһендәге Саруа һыу ятҡылығы тураһында “Башҡортостан24” телеканалында “Сәйәхәтсе һуҡмағы” тапшырыуындағы мауыҡтырғыс хикәйәттән һуң был гүзәл тәбиғәт күренеше сәйәхәтселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын йәнә арттырған. Күҙ ҡарамаҡҡа бәләкәй генә күлдең тәрәнлеге 38 метрға етә. Карст һыу ятҡылығының хозурлығына ярҙа ҡоролған кесе майҙансыҡтан ҡарап һоҡланырға мөмкин. Йәшелле-күкле һыуы үтә-күренмәле күлде дайверҙар ярата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы күл тирәләй биләмәләр ташландыҡ хәлдә. Күл эргәһенә барыр юл да юҡ кимәлендә. Рәсәй Хөкүмәте тармаҡ берләшмәләре менән берлектә төбәктә эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү буйынса яңы Милли проект әҙерләй. Ул ил буйлап сәйәхәт итеүселәргә субсидиялар биреүҙе, туризм өлкәһендә эшләгән компанияларға өҫтәлмә хаҡ һалымын кәметеүҙе күҙ уңында тота. Был саралар Рәсәй халҡын ватан сәйәхәтендә ҡыҙыҡһындырыуға йүнәлтелә. Яңы милли проект илдә урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыларының тирә-яғын төҙөкләндерергә лә булышлыҡ итер ине, тигән өмөт бар.

Фото:http://yandex.ru/clck/jsredir