Башҡортостанда 7 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалыуына зарланып мөрәжәғәт иткән. Был былтырғы ошо осорҙа теркәлгән һандан күпкә артыҡ. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса 16 июнгә медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән 7011 кешенең 2752-һе балалар. Республикала 3 мең гектарҙан ашыу майҙан талпандарға ҡаршы ағыу менән эшкәртелгән. Өфөлә генә 921,3 гектар зарарһыҙландырылған. Башҡортостан буйынса барыһы 4 мең гектар майҙанда акарицид эшкәртеү ойошторола.
Талпан әүҙемлеге
Тулыраҡ: Талпан әүҙемлеге