Йыл да 2 июндә илдә “Хәтер шәме” Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола. Пандемия сикләүҙәре сәбәпле быйыл был сара яңыса, йәғни, онлайн үтә. Һуғышта һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә Акция сайтында “шәм ҡабыҙырға” мөмкин. Ошонда уҡ дәүләтебеҙҙең ҡайһы ҡалаһы нисек һуғыш ҡаршылағаны тураһында тарихи мәғлүмәт алырға була. “Хәтер шәме” акцияһында ҡатнашып һәр кем Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итә ала. Һәр ҡабынған шәм ветерандарға медицина ярҙамы күрһәтеү иҫәбенә бер һум өҫтәй. Аҡсаны “Быуындар иҫтәлеге” хәйриә фонды күсерә. Ватан геройҙарын деньпамяти.рф сайтында иҫкә алайыҡ.
“Хәтер шәме” онлайн ҡабыҙыла
Тулыраҡ: “Хәтер шәме” онлайн ҡабыҙыла