“Һөт кухняһы” биләмәләрен киңәйтә

Тулыраҡ: “Һөт кухняһы” биләмәләрен киңәйтә

Республикала тиҙ арала киң таралыш алған аҙыҡ тәьминәте хәҙер төбәктең төнъяҡ-көнсығыш тарафтарында ла эш башлай. Был хаҡта республиканың сауҙа һәм ҡулланыусы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. “Һөт кухняһы” төҙөлөшөнә Ҡыйғы районында нигеҙ һалынды. Яңы бүлексә Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Мәсетле, Балаҡатай райондарында йәшәгән 1426 баланы юғары сифатлы һөт ризыҡтары менән тәьмин итергә иҫәпләнгән. Етештереү цехы 102, ярҙамсы биналар 160 квадрат метр майҙанды биләй. Уларҙың иҫәбенә һыуытҡыс камералары, компрессор, термостат бүлмәләре, лаборатория, офис инә. Алексей Гусев белдереүенсә, әлеге ваҡытта юғары технологик ҡоролмалар, газель-рефрижераторҙар һатып алыу бара. Яңы цехтың етештереү ҡеүәте тәүлегенә 25 тонна һөт эшкәртеүгә иҫәпләнгән.

Фото:http://yandex.ru/clck/jsredir