Юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларға ҡаршы

Тулыраҡ: Юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларға ҡаршы

ЮХХДИ-ның төбәк идаралығы башлығы Динар Ғилметдинов республикала махсус операция башланыуы тураһында хәбәр итә. Ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелә. “Бурыслы” операцияһы ҡағиҙә боҙоусыларға язаның ҡотолғоһоҙ икәнен хәтерләтә. Махсус операция 24 июнгә тиклем бара. Ғәйеплеләр һалынған штрафты ваҡытында түләргә тейеш. Түләргә теләмәү, онотоу, битарафлыҡ ҡылыу күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә. 60 көндән һуң түләнмәгән штрафтар күләме икеләтә арта. Был осраҡта административ закондар ҡағиҙә боҙоусыны 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу мөмкинлеген дә бирә.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir