Июнгә хас булмаған температура – республиканың ҡайһы бер райондарында термометр бағанаһы төндә 1 генә градус йылылыҡты күрһәтеүе ихтимал. Көслө яуым-төшөм көтөлмәй. Синоптиктар 19-20 июнгә һауа торошона күҙәтеү яһаны. Йома төбәктә көн яуым-төшөмһөҙ булыр тип фаразлана. Ел төнъяҡтан төндә талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 6-13 градус йылы, төнъяҡ һәм көнсығыш райондарҙа +1. Көндөҙ 19-24 градусҡаса йылыта. Шәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төнъяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 6-11, төнъяҡ һәм көнсығыш райондарҙа 1 градус, көндөҙ 23-28 градус йылы буласаҡ.
Башҡортостанда йәнә һыуыта
Тулыраҡ: Башҡортостанда йәнә һыуыта