Республикала изоляция режимы йомшартыла

Тулыраҡ: Республикала изоляция режимы йомшартыла

22 июндән фитнес үҙәктәр үҙ ишектәрен аса. Шулай уҡ балалар һауыҡтырыу лагерҙары, санаторийҙар ҙа эш башлаясаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте. Шул уҡ ваҡытта санитар талаптар тураһында ла оноторға ярамай. Наталья Николаева бер-нисә йыл рәттән балалар һауыҡтырыу лагеры етәксеһе булып эшләй. Пандемияны иҫәпкә алып, дезинфекция саралары күптән алынып ҡуйылған. Лагерҙа ял итеү тәртибе санитар нормаларға ярашлы итеп үҙгәртелгән. Балалар ялын хәүефһеҙ ойоштороу- беҙҙең төп маҡсат ти, лагерь директоры. Бының өсөн байтаҡ ҡәғиҙәләрҙе үтәргә тура киләсәк. Быйыл лагерҙа йәшәйәсәк балалар һаны ике тапҡырға ҡыҫҡартылған. Уларҙың ялы 5 отрядҡа бүленеп ойошторола. Саралар ҙа ошо бер отряд сиктәрендә генә үтәсәк. Аш-һыу бүлмәһендә лә өҫтәлдәр метр ярым арауыҡта ҡуйылған. Бөтә саралар хәүефһеҙлек маҡсатында башҡарыла. Фитнес клуб хеҙмәткәрҙәре лә үҙ клиенттарын ҡабул итергә әҙерләнә. Өс ай дауамында тренерҙар онлайн дәрестәр үткәрҙе. Хәҙер яңы, ҡәҙимгенән айырмалы шарттарҙа эшләргә тура киләсәк. Фитнес клуб хеҙмәткәрҙәре бинаны талаптарға ярашлы итеп әҙерләгән. Иҙәнгә ара һаҡлаусы билдәләр һыҙылған, һәр кешегә 4 квадрат метр урын бүленә. Шулай уҡ бөтә тренажерҙар хәүефһеҙ арауыҡта ҡуйыла. Фитнес үҙәк хеҙмәткәрҙәре хәҙер аныҡ план буйынса эш итәсәк. Битлек, термометр, бирсәткә һәм дезинфекция саралары әҙер. һәр хеҙмәткәр иртән тикшереү үтәсәк. Төп талап-клиенттар күнекмәләргә алдан яҙылырға тейеш. Был спорт үҙәгендә кешеләрҙең һанын көйләү маҡсатында башҡарыла. Республика санаторийҙары ла 29 июндән яңы ҡәғиҙәләр буйынса эш башларға әҙерләнә. Талаптар оҡшаш, ҡәҙимгесә һаҡланыу саралары, кәрәкле дистанцияны һаҡлау. Ғаиләләрҙән тыш, ял итеүселәр бер кешелек номерҙарҙа урынлаштырыласаҡ. Изоляция йомшартылһа ла, тынысланырға иртәрәк. Шуға ла, балалар лагерҙары асылыуының аныҡ датаһы әлегә билдәһеҙ. Ул республикала вирусты йоҡтороусыларҙың һанына бәйле буласаҡ.