Матур рекламаға ышанып алданған клиенттар ғәҙеллек эҙләп дилер ишеген шаҡый, асылмағанын емереп тә инә. Тишек кәритәгә ултыртыусы “Баш Карт” компанияһы хеҙмәткәрҙәре беҙҙең ижади төркөмгә лә ташланыуҙан ситһенмәне. Матур вәғәҙәләр менән кешене күндереп өйрәнгән менеджерҙар алданған клиенттарының ҡасандыр камера менән килеп инерен көтмәгән күрәһең. Вазифалы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе аңлашырға ла теләмәйенсә, шунда уҡ ишек артына ҡасырға тотона, автоцентр вәкиленә һорауҙары күбәйгән ир ҡыйыу аҙымға барырға мәжбүр. Автомобиль һатып алырға килгән һәр клиент ишек емереп инерҙәй хәлдә ҡайтып китә бынан, әммә һәр саҡ яңы машинала. Иглиндә йәшәүсе Рәүф Кәлимуллин да март айында кредиттың арзан проценттарына алданып ошо автосалонға килә. Иҫке Шкодаһын Трейд-Ин буйынса тапшыра, яҡшы ташлама вәғәҙәләйҙәр. Клиент кредит килешеүенә ҡул ҡуйғанда уны уҡып, асылына төшөнөп тормаһын өсөн оҙаҡ көттөрәләр, төрлө ҡағыҙ тултырталар. Төнгә тиклем тоталар. һөҙөмтәлә төн уртаһы тулғанда ғына кредит килешеүен биреп тиҙ арала ҡултамға ҡуйҙыралар. Яңы машинаны күпкә ҡиммәтерәккә алып ҡайтҡанын иртәгәһенә генә аңлай кеше. Руслан Ғарипов та шундай хәлдә ҡала. Автосалонға ялыуҙар яҙыу, судҡа биреү ҙә һөҙөмтәһеҙ. Сөнки клиент килгәс тә унан бер ниндәй дәғүәм юҡ тигән килешеүгә ҡултамға ҡуйҙыралар. Ә аҙаҡ ризаһыҙлыҡ менән килгәндәргә бында бөтөнләй икенсе мөнәсәббәт. “Баш Карт” автосалоны мутлашыу юлы менән автомобиль һатыусы тәүге компания түгел. Быға тиклем КамаАвтоТорг, АвенюМоторс, БравоАвто, ЗилимАвто һәм тағы ла бихисап ойошмалар хоҡуҡ һаҡсылары иғтибарын йәлеп иткәйне. Әммә күп осраҡта уларҙың мутлашыуын судта раҫлау ауырға төшә. Башта осһоҙ хаҡ, түбән процент менән реклама аша ылыҡтыралар, унан кредит ойошмалары тиҙерәк яуап ҡайтарһын өсөн кассаға тәүиғәнә индерергә кәрәк тип күндерәләр. Бынан ары һөйләшеү икенсе юҫыҡҡа күсә, клиент риза булмаһа аҡсаны ҡатйрмайҙар, иҫке машинаны бирмәйҙәр, полиция менән ҡурҡыталар. Иң ҡыйыуы булып сыҡҡан Светлана исемле ҡыҙ был юлы ла полиция менән ҡурҡытып ҡараны. Янау һөҙөмтәһеҙ икәнен аңлағас беҙҙең хәбәрсегә лә ташланыуҙан тыйылманы. Психологик баҫым яһауҙы төп алым иткән менеджерҙар был ваҡиғаларға тиклем шартлы рәүештә машина һатып алыусы булып ингән миңә лә ташланып маташтылар. Камераны күргәс үсекләшеүҙән ары китә алманылар. Шулай ҙа видеоны юйыуҙы талап итеп ярты сәғәт тирәһе сығармай тоттолар. Был ваҡиғанан һуң бер төн эсендә автосалондан елдәр иҫә, клиенттарға маҡтап тәҡдим ителгән автомобилдәр ҙә, хужаларса ҡыланған менеджерҙар ҙә юҡҡа сыҡҡан. Уларҙы эҙләү хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары эше.
Өфөлә сираттағы автосалондарҙың береһендә ғауға ҡупты
Тулыраҡ: Өфөлә сираттағы автосалондарҙың береһендә ғауға ҡупты