Ситтән тороп имтихан тапшырыу өсөн яңы платформа

Тулыраҡ: Ситтән тороп имтихан тапшырыу өсөн яңы платформа

Өфө программистары ситтән тороп имтихан тапшырыу өсөн яңы платформа уйлап тапҡан. Программа Рәсәйҙең тиҫтәләгән уҡыу йортонда ҡулланыш тапҡан да инде. Белем биреү платформаһы уҡыусы һәм педагогҡа яйлы онлайн режимда бер-береһен аңларға, һөнәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә. Пандемия осоронда был ысул айырыуса көнүҙәк. Ғәҙәттә был һөнәр эйәләрен аңлауы ҡыйын. Әммә уларҙың оҫталыҡтары арҡаһында заман технологиялары беҙҙең тормошто еңеләйтә. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенты Тимур Нәғимов сайттар төҙөү һәм гаджеттар өсөн ҡушымталар эшләү менән мауыға. Пандемия мәлендә ижад өсөн ваҡыт тағы ла артты , тей егет. Ә колледжда имтихандарҙы «ТруСкилз» программаһы аша ситтән тороп тапшыра. Башҡа видеобәйләнеш сараларынан был программа нимәһе менән айырыла һуң. «ТруСкилз» программаһын компьютерға ҡуйыу менән имтихан өсөн кәрәкле ҡушымталарҙан тыш башҡалары һүнә һәм уҡыусының компьютеры айырым бер эш платформаһына әйләнә. Эксперттар мониторҙа башҡарылған имтихан материалын һәм уҡыусыны яҡшы күрә. Ҡайҙандыр күсереү мөмкинлеге юҡ. Рәсәйҙең тиҫтәләгән белем биреү учреждениеларында ҡулланылған был программаны Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын тамамлаусы егеттәр уйлап тапҡан. Пандемия шарттарында Өфө программистары алдына яңы мәсьәлә баҫа – имтихандарҙы тапшырыу өсөн платформаны «ВордСкилз» нормативтарына яраҡлаштырыу. Юғарыла әйтелгән ысул менән Өфөлә меңләгән уҡыусы ситтән тороп имтихан тапшырған. Мәскәү өлкәһе, Краснодар, Татарстан уҡыу йорттары ла ыңғай тәҫораттары менән бүлешә. Әлегә был платформа программист студенттар өсөн генә ҡулайлы. Әммә киләсәктә ижадсылар виртуаль ысынбарлыҡҡа тап килерҙәй яңы ысул тәҡдим итергә уйлай. Ул саҡта ситтән тороп ашнаҡсы, ювелирҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре имтихан тапшыра аласаҡ.