Өфөлә прокатҡа велосипед биреү сервисы эшләй башланы. Велошеринг проекты хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафин үткәргән инвестиция сәғәтендә раҫланып ҡалала яҡлау тапты. Тәүге велосипед ҡуйыу урындары Беренсе май урамында, фитнес үҙәге эргәһендә һәм Мостай Кәрим исемендәге скверҙа барлыҡҡа килде. Киләсәктә улар ҡаланың үҙәк майҙандарында – Телеүҙәктән алып Гастелло стадионына тиклем урынлаштыраласаҡ. Велосипед ҡуйыу урындарының һанын 75-кә еткереү көтөлә. Сервисты файҙаланыр өсөн LuckyBike ҡушымтаһын күсереп алып унда теркәлергә һәм түләү картаһын бәйләргә кәрәк.
Ҡуртымға – велосипед
Тулыраҡ: Ҡуртымға – велосипед