Башҡортостан “Хәтер” акцияһында

Тулыраҡ: Башҡортостан “Хәтер” акцияһында

Республиканың мәҙәниәт министрлығы белдереүенсә, 22 июндә Башҡортостан “Ҡайғы һәм хәтер” көнө уңайынан үткәрелгән “Бөйөк илдең бөйөк киноһы” акцияһында ҡатнаша. Был көндө башҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн “Мир” сауҙа һәм күңел асыҡ үҙәге парковкаһының өсөнсө ҡатында автокинотеатр эшләй. Күсмә залда Сергей Бондарчуктың “Кеше яҙмышы” тигән нәфис фильмын, “Ябай төп һүҙҙәр” тигән документаль фильмды күрһәтеү ойошторола. Сеанстар киске унынсы яртыла башлана.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir