Билдәле майҙанда яңыртып ҡороу эштәре башланыу сәбәпле Өфөлә 1000 урынлыҡ автомобиль ҡуйыу урынын төҙөү саралары барлана. Башҡала хакимиәтенең “Башинформ” агентлығына биргән мәғлүмәте буйынса яңы объект Ленин, Октябрь революцияһы, Цюрупа һәм Пушкин урамдары киҫелешендә планлаштырыла. Йәйәү барып етерлек кварталда урынлашасаҡ парковканы күп кимәлле итергә һәм 1015 машина урынлаштырыр майҙанға иҫәпләргә ҡарар ителгән. Әлеге ваҡытта яңы төҙөлөш ҡоролмаһы тураһында ҡала хеҙмәттәрендә тейешле килешеүҙәр төҙөлә.
Совет майҙанындағыға алмашҡа яңы парковка
Тулыраҡ: Совет майҙанындағыға алмашҡа яңы парковка