19 июндә Өфөгә тәғәйен 450 евроконтейнерҙың беренсе өлгөләре килтерелде. Төбәк операторы яҡын киләсәктә башҡала мохтажлыҡтары өсөн 2749 контейнер алырға тейеш, шуларҙың 849-ы сүп-сарҙы айырып йыйырға иҫәпләнгән ҡаҡшамаҫ конструкциялы евроконтейнер. Яңы һатып алынған евроконтейнерҙар элеккеләре менән сағыштырғанда тағы ла яҡшыраҡ сифат яғына камиллаштырылған. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыуға тәғәйендәре ике уңайлы ҡапҡас менән йыһазландырыған, улар һауа температураһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яһалған һәм заман экологик талаптарына яуап бирә — ҡулланыу ваҡыты тамамланғас был контейнерҙар ҡайтанан эшкәртеүгә оҙатыласаҡ.
Евроконтейнерҙар урынлаштырыла
Тулыраҡ: Евроконтейнерҙар урынлаштырыла