Ҡарасай-Черкесиянан ҡотлау сәләме

Тулыраҡ: Ҡарасай-Черкесиянан ҡотлау сәләме

Коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә ярҙамға Ҡарасай-Черкес республикаһына юлланған Башҡортостан табиптары хеҙмәттәштәренә һөнәри байрам уңайынан ҡотлау сәләмен тапшырҙы. Видеояҙмала улар хеҙмәттәштәренә ихтирам һәм һөнәренә тоғролоҡ тойғоһон белдереп, тиҙ арала яңынан осрашыуға өмөттәр бағлай.

Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнән 17 табип Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы үтенесе буйынса Ҡарасай-Черкесияла эш башланы. Урындағы табиптарға коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә пульмонологтар, инфекционистар, анестезиологтар, терапевтар һәм эпидемиологтар ярҙам итә. Республика башлығы Радий Хәбиров Ҡарасай-Черкес республикаһына шулай уҡ дезинфекция һәм шәхси хәүефһеҙлек сараларының ҙур күләмен тапшырҙы.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir