Хөкүмәт кәңәшмәһе офлайн

Тулыраҡ: Хөкүмәт кәңәшмәһе офлайн

Башҡортостан Хөкүмәтенең 29 июндәге сираттағы кәңәшмәһе офлайн тәртиптә үтәсәк. Был тәҡдим менән Радий Хәбиров сығыш яһаны. “Коронавирус инфекцияһына ҡағылышлы хәлгә ҡарап эш итербеҙ. Видеокәңәшмә бәйләнешенең киләһе дүшәмбе офлайн ойошторолоуы ихтимал, был һәммәһе өсөн дә уңайлы буласаҡ”, тип белдерҙе республика башлығы. Әлегә тиклем Хөкүмәт ағзалары оператив кәңәшмәләрҙә онлайн ҡатнашып килде.