Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты

Тулыраҡ: Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты

Быйылдан башлап 22 июнь, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға арналған берҙәм тынлыҡ минуты иғлан ителә. Ул ил буйынса бер мәлдә – Мәскәү ваҡыты менән  — 12 сәғәт 15 минутта башлана. Фашист илбаҫарҙарының һөжүмен хәтергә алыу йәһәтенән ғәҙәттә бихисап мемориаль саралар ойошторола. Тынлыҡ минуты әлегәсә уларҙың бер өлөшө ине. Телевидение һәм радио каналдары был ваҡытта үҙ теләге менән бер минутҡа тын ҡалһа, 2020 йылда Тынлыҡ минуты тарихи ваҡытта бөтә илдә бер юлы үтәсәк. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документта был ваҡиға йыл һайын 22 июндә Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәт 15 минутта башлана, тип билдәләнгән. Тап ошо ваҡыттың һайланыуы осраҡлы түгел: 1941 йылдың 22 июнендә Советтар Союзы халҡына дәүләт хөкүмәте нацист Германияһының илгә һөжүм итеүе тураһында мөрәжәғәтнамә тапшырған.

Бөгөн Өфөлә 14 сәғәт 15 минутта республика биләмәһендә эшләгән бар дәүләт телевидение һәм радио каналдары ла Бөтә Рәсәй тынлыҡ минутын тапшыра.

Фото: http://yandex.ru/clck/jsredir