Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙа «импортты алмаштырыуҙы ҡануни тәьминәт» темаһына парламент тыңлауҙары үтте. Санкциялар ғәмәлдән сығарылыр тигәнгә өмөт итергә ярамай. Үҙебеҙҙең предприятиеларҙың эшен яйға һалырға кәрәк. Бының өсөн иң тәүҙә Һалым ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү мотлаҡ. Предприятиеларҙың берҙәм бизнес-команда төҙөп эш итеүҙәре лә эште тиҙләтер ине. Импортты алмаштырыуҙы яйға һалыуҙа иң тәүгеләрҙән нефть-газ тармағы эшен әүҙемләштергән. Ә ауыл хужалығы өлкәһендә был йәһәттән эш һүлпән бара. Быға тиклем 63 процент йәшелсә-емеш сит илдән индерелгән. Ошо юғалтыуҙы ҡаплау йәһәтенән тәҡдимдәр индерелде.
Һалым ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү мотлаҡ
Тулыраҡ: Һалым ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү мотлаҡ