Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй төркиәгә ҡарата иҡтисади санкциялар индерәсәк. Был мәсьәлә Рәсәй президенты Владимир Путин менән ил премьер-министры Дмитрий Медведев осрашыуында тикшерелгән. Ул арала Рәсәй һәм Грузия сигендә төрөк тауарҙары тейәгән тиҫтәләгән машина туҡтап ултыра. Рәсәйҙең ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте быға тиклем Төркиә етештереүселәренең Рәсәй нормаларын боҙоуы сәбәпле контролде көсәтергә ҡушҡайны.

Рәсәй һәм Төркиә бер-береһенә ҡарата бик ҡаты белдереүҙәр менән ябырылды. Владимир Путин Рәсәй самолетын бәреп төшөрөүҙе хыянат тип баһалай һәм Төркиә етәкселегенән ғәфү итенеү көтә.Рәсәй самолеты Ислам дәүләте төркөмсәһе контроллек иткән биләмәләрҙе утҡа тотҡас бәреп төшөрөлгәйне. Владимир Путин Төркиәне террорсыларҙа ярҙам итеүҙә ғәйепләне.

Көньяҡ Австралияла урман янғындарында 13 кеше һәләк булған. Йәрәхәтләнгән 5 кеше ауыр хәлдә. Ут 16 йортто, 85 мең гектарҙа урман һәм баҫыуҙарҙы юҡ иткән. Властар бер-нисә ҡалаға ут янауы тураҙында белдерә. Янғынға ҡаршы 350 кеше көрәшә. Уларҙа авиация ла ярҙамға килгән.